Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Август 2021, 17:13

Сәскәле карапта – сәскәләр диңгеҙе буйлап

Ағиҙел ҡалаһының Академик Курчатов урамындағы 16-сы йорт ихатаһы йәй әйләнәһенә сәскәләргә күмелеп ултыра. Быйыл сәскә түтәлдәре тағы ла үҙенсәлеклерәк биҙәлде.

Сәскәле карапта – сәскәләр диңгеҙе буйлап
Сәскәле карапта – сәскәләр диңгеҙе буйлап

Яҙ етеү менән йорт Советы рәйесе Әлфиә Грифленкова йортта йәшәүселәр менән сәскәләр ултыртыу планын төҙөй – ҡайҙа ниндәй түтәл яһарға, уны нисек биҙәргә. Быйыл эшләнгән ике яңы түтәл йортта йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға бик ныҡ оҡшаны.

Беренсеһе уйын майҙансығы алдында урын алды – ул күбәләк формаһында. Күбәләктең каркасы ҡыҙыл төҫтәге поликарбонаттан эшләнгән. Эсенә петуния һәм бархатцы сәскәләре ултыртылған.

Йорт уртаһында – карап формаһында түтәл. Караптың ситтәрендә зәңгәр сәскәләр ултыртылған, йәнәһе, диңгеҙ тулҡындары. Караптың палубаһында - ал төҫтәге сәскәләр. Мачта үрмәләй торған гөлдәрҙән тора, уны флагтар эленгән еп менән нығытып ҡуйғандар.

Был түтәлдәрҙән тыш та ихата сәскәгә күмелгән. Уларҙы йыйыштырыусы Фәтхиә Шәйсламова тырышып ҡарай – утай, һыу һибә, йомшарта. Йортта йәшәүселәр уға бик ныҡ рәхмәтле. 

 

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас