-5 °С
Болотло
Бер нисә тапҡыр «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин социаль селтәрҙә трассала машина бәрҙереп киткән өкөнө табып алыуы хаҡында хәбәр итте.
«Минең күҙ алдымда фура өкөнө бәрҙерҙе. Ҡоштоң тереме, юҡмы икәнен ҡарарға тип туҡтаным. Ул ҡыбырламай ята ине, ләкин ҡулыма алғас, күҙен асты. Уны үҙемә алып ҡайтып, дауаларға булдым», — тип яҙҙы Эльбрус Ниғмәтуллин.
Уның яҙылыусылары ҡошто ветеринария клиникаһына алып барырға кәңәш биргән.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.