Ҡурай
+27 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Октября 2021, 07:23

Краснокамаларҙың өлкән быуыны компьютерҙа эшләү күнекмәләре ала

Яңы Ҡабан ауыл китапханаһында “Компьютер һәм мин” клубы ойошторолған.

Краснокамаларҙың өлкән быуыны компьютерҙа эшләү күнекмәләре алаКраснокамаларҙың өлкән быуыны компьютерҙа эшләү күнекмәләре ала
Краснокамаларҙың өлкән быуыны компьютерҙа эшләү күнекмәләре ала

Компьютер — эш өсөн генә түгел, ә хобби, ял, ваҡытты файҙалы үткәреү сараһы ла. Өлкән кешеләр социаль селтәрҙәрҙә рецептар эҙләй, аралаша, фекерҙәре менән уртаҡлаша — уларҙың социаль селтәрҙәре ҡайһы саҡта шундай әүҙем һәм ҡыҙыҡлы була.

Мәҫәлән, Яңы Ҡабан ауыл китапханаһында “Компьютер һәм мин” клубы ойошторолған. Баш китапханасы Гөлнара Ғүмәрова милли проект сиктәрендә “Китапхананың мәғлүмәти продукттарын һәм хеҙмәттәрен электрон мөхиттә алға этәреү” тигән темаға уҡыуҙар үткән. Хәҙер китапханала өлкән быуын кешеләре китап донъяһына ғына инеп ҡалмай, ә слайдтар эшләргә өйрәнә, ҡыҫҡаһы, цифрлы грамоталыҡты арттыралар. Мәҫәлән, үҙешсән сәнғәттә әүҙем ҡатнашыусы Гөлсирә Төхвәтуллина PowerPoint программаһын үҙләштергән. 

Автор:
Читайте нас