Ҡурай
+27 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
13 Октября 2021, 10:58

Ирекмәндәр йәнә оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыясаҡ

13 октябрҙән республикала вакциналау үтмәгән 65 йәштән ололарға һәм хроник сирлеләргә мәжбүри үҙҡурсалау режимы индерелә.

Ирекмәндәр йәнә оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыясаҡИрекмәндәр йәнә оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыясаҡ
Ирекмәндәр йәнә оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташыясаҡ

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостандағы башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл үҙәге 65 йәштән өлкән граждандарҙың һәм хроник сирлеләрҙең ғаризаларын йәнә ҡабул итә башланы.

13 октябрҙән алып «Беҙҙең хәстәр» берҙәм ирекмәндәр үҙәге волонтерҙары БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән мөрәжәғәт итеүселәргә аҙыҡ-түлек ташый башлаясаҡ.

13 октябрҙән республикала вакциналау үтмәгән 65 йәштән ололарға һәм хроник сирлеләргә мәжбүри үҙҡурсалау режимы индерелә.

«Хәүеф төркөмөнә ингән ололарға ярҙам итеү маҡсатында беҙ айырым йүнәлеште – автоволонтерҙарҙы бүлдек. Улар ғариза биреүсенең иҫәбенә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар илтеп бирәсәк. Быларҙың барыһы ла халыҡтың үҙҡурсалау режимын үтәһен һәм һаулығын һаҡлаһын өсөн эшләнә», — тине бының турала «Берҙәм Рәсәй»ҙең башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Өфө ҡала советы депутаты Александр Мельников.

Мөрәжәғәт яһаусының теләге буйынса волонтер исемлек буйынса теләгән магазинға йәки дарыуханаға бара аласаҡ. Аҙаҡтан аҡса сығымы чек буйынса кире ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, автоволонтерҙар ололарҙы вакцина яһатыу өсөн поликлиникаға алып барыуға ярҙам итәсәк.

Ғаризалар «Берҙәм Рәсәй» ирекмәндәр үҙәгенең берҙәм телефонына: 8-800-201-89-03 эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:
Читайте нас