Ҡурай
-3 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Ноября 2021, 10:24

Республикала федераль трассаларҙа 3 саҡрым һайын фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла

Быйыл федераль юлдарҙа 800 камера монтажлана, был ғәмәлдәгеләре менән менән бергә 1 800 комплекс була. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала федераль трассаларҙа 3 саҡрым һайын фотовидеотеркәү камералары ҡуйылаРеспубликала федераль трассаларҙа 3 саҡрым һайын фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла
Республикала федераль трассаларҙа 3 саҡрым һайын фотовидеотеркәү камералары ҡуйыла

Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда автоһәләкәттә 353 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы 3 302-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Республика Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов һүҙҙәренсә, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәбе  – автомобилдәрҙең бәрелешеүе һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу.

Радий Хәбиров етәкселегендәге аварияларҙы кәметеү буйынса кәңәшмәлә белгестәр хәбәр итеүенсә, юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү өсөн светофорҙар, билдәләр, ҡоймалар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйыла, япма ремонтлана.

Быйыл федераль юлдарҙа 800 камера монтажлана, был ғәмәлдәгеләре менән менән бергә 1 800 комплекс була. Бынан тыш, федераль трассаларҙа 100 өҫтәмә фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды. 2022 йылдың 1 мартына тиклем тағы ла ошондай 50 камера урынлаштырыла.

«Республикалағы федераль трассаларҙа 2022 йылдың башына өс саҡрым һайын боҙоуҙарҙы теркәү комплекстары торорға тейеш», –  тине Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫерек водителдәр менән көрәшеү буйынса мәғлүмәт-аңлатыу эштәрен көсәйтергә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тоторға ҡушты.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Фото:«Башинформсвязь»

Автор:
Читайте нас