Краснокама районының Яңы Йәнйегет ауылында “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы буйынса эштәр башҡарыла.
Ошо көндәрҙә Яңы Йәнйегет ауылы мәҙәниәт йорто бинаһының түбәһе яңыртыла. Бынан алдараҡ бинаның тәҙрәләре алмаштырылғайны. Был эштәрҙе башҡарырға “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы буйынса бүленгән аҡсалар мөмкинлек бирә.
Эш күләме ҙур, проектты тормошҡа ашырыу өсөн 930 мең һум аҡса кәрәк булды. Һайлап алыуҙа еңеп, халыҡ аҡса алыуға өлгәште.
Бөгөн бинала 10 тәҙрә заманса пластик стеклопакетҡа алмаштырылған. Хәҙер иҫке түбәне һүтеү эштәре бара, иҫке шифер алына. Төҙөлөш бригадаһы эш барышында иҫкергән таҡталарҙы яңырта һәм профнастил менән түбәне ҡаплай.
Бригадаға ауыл старостаһы Фәрит Ситдиҡов етәкселегендәге активистар ярҙам итә, төҙөкләндереү эштәрен контролдә тота.
Подрядсы ойошма бөтә ремонт эштәрен ике аҙна эсендә тамамларға планлаштыра. Ә ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡ был программаға киләһе йылда ниндәй проект менән инәсәктәре тураһында уйлай.