

Кесаҙна – оҫталыҡ дәрестәре көнө. Был көндө балалар һәм өлкәндәр яңы һөнәрҙәр өйрәнә, ҡул эштәре менән шөғөлләнә.
Был аҙнала оҫталыҡ дәресен үткәрергә 2-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Резеда Фаррахова килде. Ул гофралы ҡағыҙҙан интерьер розаһын эшләргә өйрәтте.
Розалар бик матур килеп сыҡты, улар күргәҙмәләр бүлмәһен биҙәп торасаҡтар. Ойошма рәйесе Гүзәлиә Шуарова әйтеүенсә, бындай оҫталыҡ дәрестәренә һәр теләгән кеше килә ала.
Әйтергә кәрәк, бында инвалидтар көнөн үткәреүгә ҙур әҙерлек бара. Балалар ижади конкурсҡа әҙерләнә, киләһе аҙнала Йәштәр Советы бында «Мөғжизәләр яланы» уйынын үткәрәсәк.