Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
18 Ғинуар 2022, 22:35

Путиловтар ғаиләһе алғы рәттә

Ҡалтасы районының Бабай ауылында Путиловтар ғаиләһе ауыл халҡын эш менән тәьмин итер өсөн ферма төҙөү менән шөғөлләнеп китә.

Путиловтар ғаиләһе алғы рәттә
Путиловтар ғаиләһе алғы рәттә

Элек-электән  был ауылда «Дуҫлыҡ» колхозы гөрләп эшлане, әммә донъяла иҡтисади үҙгәрештәр менән ауыл колхозы таралып бөттө. Ошо йылдарҙа Сургут ҡалаһыннан Бабай ауылына Светлана Путилова ғаиләһе тыуған яҡтарына йәшәргә ҡайтты.

Светлана тормош иптәше Евгений менән үҙ ғаиләһе менән кәңәшләшкәндән һуң, йәйгә тиклем ауыл фермаһын яңартырға ҡарар итәләр. Улар барыһын да өр-яңанан тергеҙәләр, төҙөйҙәр һәм яңынан-яңы материалдар менән фермаға йәшәү көсө һалалар.

- Ул ваҡытта беҙҙең барыһы ике һыйыр ғына булды, - тип һөйләй Светлана, - шулай ферма эшенә инеп киттек.

Бабай ауылында ферма эшен башлап ебәрер өсөн «яңы башлаусы фермер» грантын алыу ярҙам итте. Ошо грантҡа Дүртөйлө ҡалаһыннан 20 баш һыйыр һатып алалар, ферманы төҙөкләндерәләр һәм бөгөнгө көндә Нефтекама ҡалаһында сауҙа үҙәге рәттәрендә үҙҙәре эшкәрткән ризыҡтарҙы халыҡҡа һаталар.

Был ферма – Путиловтар фермаһы тип атала, сөнки уларға улдары Роберт һәм уның хатыны Александра ла ярҙам итә. Фермала күрше ауылдан 3 хеҙмәткәр килеп эшләйҙәр.

Бөгөнгө көндә фермала барыһы – 100 баш һыйыр һәм үгеҙ, уларҙың 40 башы- һөт биреүсе һыйырҙар. Путиловтар 300 гектар ерҙә бесән һәм күп йыллылыҡ үҫемлектәр үҫтерәләр һәм уңыш йыйып алалар.

Фермаға пластик тәҙрәләр ҡуялар һәм артабан һарыҡтар алып үрсетергә теләйҙәр. Улар алты ят породалы һарыҡ һатып алып эште башлап ебәрәләр.

Путиловтар ғаиләһенең фермаһы көндән-көн ҙурая һәм тулылана бара. Улар күрше ауыл хужалығы фермаһы менән берләштереп, «Холмский молочник» ауыл коорперативын асып ебәрәләр. Был, ауыл хужалығын артабан да яҡшыртырға һәм киңәйтергә ҡоролған.

Шулай итеп, Бабай аулында йәшәү дауам тә. Йәштәр ауылға ҡайтып яңы көс һәм яңы ҡараш менән эшләй башлайҙар.

Автор: Лилия Давлетова
Читайте нас