Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
14 Февраль 2022, 10:20

Ҡышын ҡоштарға ярҙам

Был байрам Ҡалтасы районы Оло Туғанай ауылының «Айыҡ ауыл» республика этабында актив ҡатнашыуына бағышланды.

Ҡышын ҡоштарға ярҙам
Ҡышын ҡоштарға ярҙам

Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылында «Ҡышын ҡоштарға ярҙам» тип аталған район кимәлендә бай йөкмәткеле матур байрам үткәрелде. Был байрам Оло Туғанай ауылының «Айыҡ ауыл-2021» республика этабында актив ҡатнашыуына бағышланды.

Байрамда кесеһе лә, олоһо ла ҡалышмай күптән әҙерләнделәр. Балалар атайҙары менән берлектә ҡоштарға тағараҡтар яһанылар, уҡыусылар ҡоштарға бағышлап шиғырҙар, һынамыштар, әйтемдәр һәм йырҙар өйрәнделәр, ә әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр байрам сараһына кейемдәр тектеләр, аш-һыуҙар әҙерләнеләр.

Ҡоштарға бағышланған байрамды ауылдағы һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Бына байрам көнө килеп тә етте. Ауыл халҡы бәләкәй генә ауыл клубы янына йыйылды һәм байрам тантанаһы башланды. Тантана матур йыр-бейеүҙәр менән асылды һәм балаларҙың ҡоштарға арналған әйтемдәре менән дауам итте.

Быйыл ҡыш бик һыуыҡ, ҡарлы килеүгә ҡарап һәм ҡоштарға ем табыуы ауырлашты. Шуға күрә, ауыл халҡы ҡоштарға ярҙамға - тағараҡтар яһанылар, уларға бойҙай, көрпә, икмәк һалып ағастарға элделәр. Беренсе булып тағараҡтарға турғайҙар һәм ҡарабаш турғайҙар осоп килде. Улар кешеләргә рәхмәт әйткәндәй сырҡылдаша башланылар. Балалар ҡоштарға ярҙам итергә һәм һәр ваҡыт ем һалып торорға ҡарар иттеләр.

Байрам сараһы ауыл халҡының берҙәм түңәрәктә бейеүле йыр менән тамамланды. Байрамдан һәр кеше яҡшы кәйеф һәм оло ғорурлыҡ менән таралышты.

 

Ҡышын ҡоштарға ярҙам
Ҡышын ҡоштарға ярҙам
Ҡышын ҡоштарға ярҙам
Ҡышын ҡоштарға ярҙам
Автор: Лилия Давлетова
Читайте нас