Ҡурай
+17 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 06:40

Ҡытайҙың көньяғында пассажирҙар самолеты һәләкәткә осраған

Һәләкәт урынында урман янғыны башланған.

Ҡытайҙың көньяғында пассажирҙар самолеты һәләкәткә осрағанҠытайҙың көньяғында пассажирҙар самолеты һәләкәткә осраған
Ҡытайҙың көньяғында пассажирҙар самолеты һәләкәткә осраған

«Ҡытай Халыҡ Республикаһының Гуанси-Чжуан автономиялы районында China Eastern Airlines авиакомпанияһының Boeing 737 пассажирҙар самолеты ҡолаған», — тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһының милли телевидениеһына һылтанма менән. 

Ҡорбандар һәм яраланғандар тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ. Телеграм-каналдар мәғлүмәте буйынса, бортта 133 кеше булған. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре алып барыла. Һәләкәт урынында урман янғыны башланған.

Агентлыҡҡа Рәсәйҙең Гуанчжоуҙағы генераль консуллығынан хәбәр итеүҙәренсә, лайнерҙа Рәсәй граждандарының булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас