Ҡурай
+13 °С
Дождь

Республика вуздары яңы уҡыу йылында бюджет урындарына 13 465 абитуриент ҡабул итә

Был хаҡта «Объясняем. Башкортостан» телеграм-каналы хәбәр итте.

Республика вуздары яңы уҡыу йылында бюджет урындарына 13 465 абитуриент ҡабул итәРеспублика вуздары яңы уҡыу йылында бюджет урындарына 13 465 абитуриент ҡабул итә
Республика вуздары яңы уҡыу йылында бюджет урындарына 13 465 абитуриент ҡабул итә

Республика вуздары яңы уҡыу йылында абитуриенттар өсөн 13 465 бюджет урыны әҙерләгән. 

Бюджет урындары йылдан-йыл арта. 2018-2019 уҡыу йылында улар 9992 генә ине. 2023-2024 йылдарҙа 13 749 бюджет урыны планлаштырыла. 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан. Популяр йүнәлештәр араһында — мәғариф һәм педагогика  (2371 урын), геология, тау, нефть-газ эше (925 урын), машиналар эшләү (870), информатика һәм иҫәпләү техникаһы (869), медицина (807).

2023-2024  уҡыу йылында Рәсәйҙә 590 меңдән ашыу студент бушлай уҡый башлай. Тиҙ арала импортты алмаштырыу өсөн һөнәрҙәргә баҫым яһала, һанлы иҡтисад өсөн әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас