Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың ике ауылы үҙҙәрендә «ҡоро закон» индерә

Июндә яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле закон ҡабул итергә йыйына.

Башҡортостандың ике ауылы үҙҙәрендә «ҡоро закон» индерә
Башҡортостандың ике ауылы үҙҙәрендә «ҡоро закон» индерә

Көйөргәҙе районы Яҡшембәт һәм Яҡут ауылдарында хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, тип хәбәр итте парламенттың матбуғат хеҙмәте.

Июндә яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле закон ҡабул итергә йыйына.

– Закон проекттары парламентҡа республиканың Көйөргәҙе районы Советы тарафынан индерелде, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Әммә тәүҙә «ҡоро закон» тураһында ҡарар ауылдарҙа – граждандарҙың дөйөм йыйылышында күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Хәмер һатыуҙы тыйыу уны ҡулланыуҙы кәметергә, шуның һөҙөмтәһендә үлем кимәлен кәметергә, ғүмер оҙайлығын арттырырға, демографик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирер ине, тип иҫәпләй халыҡ.

– Граждандарҙың үҙ биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тыйырға хоҡуғы бар. Әммә шул уҡ ваҡытта «ҡоро закон»дың панацея һәм бөтә проблемаларҙы хәл итеү түгеллеген аңлау мөһим, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Был сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу юлында бер аҙым ғына. Ошо эште бөтә республика күләмендә лә, муниципаль берәмек хакимиәттәре кимәлендә лә дауам итергә кәрәк.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас