Ҡурай
+14 °С
Облачно

Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Президент шулай уҡ төп саралар планын әҙерләп раҫларға ҡушты.

Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусыларҙың статусын таныу маҡсатында 2023 йылда Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы һәм остаз йылын уҙғарыу тураһында ҡарар сығарам», — тиелә документта.

Президент шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә өс ай эсендә ойоштороу комитетын булдырырға һәм төп саралар планын әҙерләп раҫларға ҡушты.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас