Ҡурай
+20 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
27 Сентября 2022, 10:46

Башҡортостанда ҡыш ниндәй булыр – яҡынса фараздар

Ноябрҙә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ булыуы фаразлана.

Башҡортостанда ҡыш ниндәй булыр – яҡынса фараздарБашҡортостанда ҡыш ниндәй булыр – яҡынса фараздар
Башҡортостанда ҡыш ниндәй булыр – яҡынса фараздар

Синоптиктар фаразынса, быйыл ҡыш Башҡортостанда температура нормаға ярашлы була. Башгидрометүҙәктең алдағы алты һалҡын айға яҡынса фаразы шундай.

Башҡортостанда уртаса айлыҡ температураның түбәндәгесә булыуы көтөлә: октябрҙә +4,3, ноябрҙә +4,4, декабрҙә +10,8, ғинуарҙа +12,5, февралдә +11,7, мартта +5,1 градус.

Ноябрҙә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ булыуы, декабрҙә температураның норманан аҙ ғына тайпылыуы фаразлана. Октябрҙә, ғинуарҙа, февралдә һәм мартта республикала уртаса температураның нормаға ярашлы булыуы көтөлә.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас