Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
10 Октябрь 2022, 13:28

Башҡортостан ауыл ипотекаһы буйынса бирелгән кредиттар күләме буйынса беренсе урынды биләй

«Ауыл ипотекаһы» — ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға ҡағылған ипотека программаһы.

Башҡортостан ауыл ипотекаһы буйынса бирелгән кредиттар күләме буйынса беренсе урынды биләй
Башҡортостан ауыл ипотекаһы буйынса бирелгән кредиттар күләме буйынса беренсе урынды биләй

Башҡортостан «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса бирелгән ипотека кредиттары күләме буйынса беренсе урынды биләй, тип хәбәр итте Радий Хәбиров хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә барған оператив кәңәшмәһендә.

Уҙған аҙнала Мәскәүҙә, XXIV «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә, Башҡортостан делегацияһы Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин менән осрашты, тип билдәләне Хәбиров.

«Дәүләт башлығы Владимир Путиндың тәҡдиме менән ваҡыты сикләнмәгән «Ауыл ипотекаһы» программаһы өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Хәҙер республика ипотека кредиттары күләме буйынса беренсе урынды биләй. Беҙҙә яҡынса ғаризалар күләме — 20 миллиард һумға тиклем. Был аҡсаны алырбыҙ тип уйлайым», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл ипотекаһы» — ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға ҡағылған ипотека программаһы. «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы составында тормошҡа ашырыла.

Программаның асылы — ауылдарҙы йәнләндереү, ауыл халҡының һанын арттырыу һәм уларҙың йәшәү сифатын күтәреү өсөн рәсәйҙәргә минималь процент ставкаһы буйынса ипотека ярҙамында ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға мөмкинлек биреү.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас