Ҡурай
+7 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
19 Октября 2022, 09:21

«Йәшел Башҡортостан» акцияһына 210 мең кеше йәлеп ителгән

Республика етәксеһе белдереүенсә, район-ҡалаларҙа 85 тематик аллея барлыҡҡа килгән. Уларҙың күбеһе төрлө ваҡыт геройҙарына арналған.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһына 210 мең кеше йәлеп ителгән«Йәшел Башҡортостан» акцияһына 210 мең кеше йәлеп ителгән
«Йәшел Башҡортостан» акцияһына 210 мең кеше йәлеп ителгән

Йыл һайын үткәрелгән был хәрәкәттә төбәктә йәшәүсе 210 мең кеше - мәктәп уҡыусылары, студенттар, волонтерҙар һәм хеҙмәт коллективтары ҡатнашҡан.

«Уларҙың тырышлығы менән быйыл көҙгөһөн бар республикала 76 меңдән ашыу төп ағас-ҡыуаҡ (18 меңгә яҡыны - эре ағастар) ултырттыҡ. Беҙ баштан уҡ эре ағастарҙы һайланыҡ, улар тиҙерәк үҫеп китә», — тигән бының тураһында социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе белдереүенсә, район-ҡалаларҙа 85 тематик аллея барлыҡҡа килгән. Уларҙың күбеһе төрлө ваҡыт геройҙарына арналған.

«Был быуындар тарихы өсөн яҡшы күренеш, киләсәккә беҙҙең яҡташтарҙың батырлығын күрһәтеү өсөн яҡшы ысул, — тигән төбәк етәксеһе. — Хәҙер ултыртылғанды тәрбиәләргә, һаҡларға кәрәк. Беҙ шулайтып Башҡортостанды матурыраҡ һәм уңайлыраҡ итәбеҙ. Барыһына ла рәхмәт!»

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас