Ҡурай
+16 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
18 Ноября 2022, 05:24

Краснокама районы халҡы мобилизацияланған граждандарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Был юлы Миняевка ауылында йәшәүселәр аҡса йыйып, бирсәткәләр һатып алған.

Краснокама районы халҡы мобилизацияланған граждандарға ярҙам күрһәтеүен дауам итәКраснокама районы халҡы мобилизацияланған граждандарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә
Краснокама районы халҡы мобилизацияланған граждандарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә

- Ауылда йәшәүселәрҙең береһе көнкүреш хәлдәр тураһында һөйләшеү барышында мобилизацияланғандарға ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Ә беҙҙә бөтә халыҡ әүҙем - улар был идеяны шунда уҡ хупланы, мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға нисектер ярҙам итергә, уларға теләктәшлеген белдерергә теләй, - тип һөйләне ауыл старостаһы Фәйрүзә Хәмиҙуллина.

Һәм ул һатып алынған 130 пар бирсәткәне райондың волонтерҙар штабына тапшырған да инде. Унда мобилизацияланған граждандар өсөн посылкалар ҡабул итеү буйынса пункт ойошторолған.

Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас