Айнур Шәмсетдиновҡа - 28 йәш. Ул Ҡуян ауылынан шәхси эшҡыуар. Биш йылға яҡын ул йыл һайын «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһында ҡатнаша, ишле ғаиләләрҙәге һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Яңы йыл бүләктәре әҙерләй һәм тарата. Айнур Нәзим улы шулай уҡ Ҡуян ауыл Советы биләмәһендә үткән байтаҡ сараларға - район байрамдарына, һабантуйҙарға, мосолман байрамдарына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, коронавирус инфекцияһы пандемияһы осоронда, хәҙер мобилизацияланған яугирҙарға ярҙам итә.
Ярҙамға мохтаждар тураһында мәғлүмәтте Айнур Нәзим улы Хеҙмәт министрлығының район ойошмаһынан - Ғаилә хеҙмәтенән ала. Улар башлыса ауылдаштар, йәки яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр. Ярҙамға мохтаждар тураһында ҡайһы ваҡыт үҙенең сығанаҡтары, таныштары аша белә, ҡайһы берҙә кешеләр уға үҙҙәре мөрәжәғәт итә.
- Ярҙамсыл, изге күңелле, тәрбиәле, шат күңелле йәш кеше. Бүләктәрҙе гел үҙ машинаһында илтеп бирә, миңә юл ыңғайы бит, үҙем алып барам, ти. Яуаплы, вәғәҙәләрен һәр ваҡыт үтәй, - тип һөйләне Краснокама районында Ғаилә хеҙмәтенең социаль эш буйынса белгесе Роза Шәрифуллина. - Яңы йылға һәр саҡ балаларға матур бүләктәр килтерә, уҡыу йылы алдынан канцелярия тауарҙары менән матур портфелдәр бүләк итә. Беҙ уның менән бик ғорурланабыҙ.