Яңы техника менән йыһазландырыу буйынса районда алдынғы урындарҙы хаҡлы рәүештә «Восход» ауыл хужалығы кооперативы биләй. Яңы техника һәм агрегаттар һатып алыу йыл һайын башҡарыла.
Мәҫәлән, былтыр улар алты берәмек техника һатып алған, шул иҫәптән «Акрос» яңы иген йыйыу комбайнын да.
«Восход» хужалығы өлгөһөнә башҡа хужалыҡтар ҙа эйәргән. Былтыр район буйынса дөйөм алғанда 61 миллион һумдан ашыу суммаға яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Улар иҫәбендә дүрт яңы трактор, дүрт иген йыйыу комбайны, бер йөк машинаһы, 22 берәмек төрлө тағылма ауыл хужалығы техникаһы, өс берәмек малсылыҡ ҡорамалы, иген таҙартыу агрегаты һәм модулле заправкалау станцияһы.
«Восход» хужалығы менән бер рәттән, Зәйникәев һәм Низаметдинованың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, Ғаилә фермаларына ярҙам итеү республика программаһында ҡатнашыу иҫәбенә, үҙҙәренең етештереү базаһын ярайһы ныҡ яңыртҡан. Шулай уҡ Путилов, Биктимеров, Фаршатов, Миңелбаев, Дәүләтшин, Бикмурзин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары төрлө тәғәйенләнештәге техника һатып алған.
Сығанаҡ: Калтасинская заря.