Ҡурай
+17 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
27 Февраля 2023, 08:12

Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды

Шулай уҡ Фәнис Хөсәйенов хөрмәтенә Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбендә «Герой партаһы» асылды.

Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылдыТәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды
Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды

22 февралдә Тәтешле районында Фәнис Хөсәйеновтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль таҡтаташтар асыу тантанаһы үтте. Уларҙы халыҡ геройы белем алған Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбе һәм Бүл-Ҡайпан ауылында Башҡортостан төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы алдында ҡуйҙылар. Шулай уҡ Фәнис Хөсәйенов хөрмәтенә Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбендә «Герой партаһы» асылды. Ул уҡыусыларға батырлыҡ күрһәткән яҡташтары тураһында иҫкә төшөрөп һәм киләсәк быуын өсөн өлгө булып торасаҡ.

Һуғышсының батырлығы - ул ышаныс, бурыс, ант биреү  ҡаһарманлығы. Уны Ерҙәге тыныслыҡ хаҡына иҫтә тоторға кәрәк. Үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, беҙгә бөйөк бәхет - йәшәү бүләк иткәндәрҙе хәтерләү һәм уларға рәхмәтле булыу - беҙҙең бурысыбыҙ.

Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды
Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды
Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды
Тәтешле районында мемориаль таҡтаташтар асылды
Автор:Зинира   Фахриуллина        
Читайте нас