Ҡурай
+22 °С
Облачно

Ҡалтасы районы халҡы яҡташтарын оҙатты

Ҡыйыу яҡташтарыбыҙға башҡорт батальондарының береһе составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Ҡалтасы районы халҡы яҡташтарын оҙаттыҠалтасы районы халҡы яҡташтарын оҙатты
Ҡалтасы районы халҡы яҡташтарын оҙатты

10 майҙа иртән Ҡалтасы районында махсус хәрби операцияға үҙҙәре теләп барыусыларҙы тантаналы оҙатыу сараһы уҙҙы. Ҡыйыу яҡташтарыбыҙға башҡорт батальондарының береһе составында МХО-ла ҡатнашыу тора.

Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин йыйылған яугирҙарға изге теләктәрен еткерҙе. Дин әһелдәре – ғибәҙәтхана настоятеле Сергей атаҡай, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары мосолмандарының имам-ахуны Ибраһим хажи хәҙрәт Әбйәлетдин һәм мари ҡарты Радислав Зәйнетдинов хәрби хеҙмәткә теләктәшлек һәм фатиха бирҙе.

Ҡуҙғалыр алдынан Ватанды һаҡлаусылар менән һөйләшә алдыҡ.

- Был аҙымға һеҙҙе нимә этәрҙе, ни өсөн үҙ иркегеҙ менән барырға булдығыҙ?

- Минең бик күп дуҫтарым махсус хәрби операцияла ҡатнаша, - тип яуап бирҙе  ирҙәрҙең береһе. - Хәрби бурыстарҙы үтәүҙә уларға ярҙам итеүҙе үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем.

- Минең ағайым Чечня территорияһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Тыуған илде һаҡларға минең дә сиратым етте, - тине икенсеһе.

- Ватанды, балаларҙы, ҡарттарҙы, ғаиләне һаҡлау өсөн барам. Өс балам бар. Һәм мин уларҙың тыныс ваҡытта йәшәүҙәрен, ата-бабаларын хөрмәт итеүҙәрен теләйем, - тип яуап бирҙе өсөнсө ир. 

Сығанаҡ: Калтасинская Заря.

Автор:
Читайте нас