

Тиҙҙән аҙыҡ-түлек һәм химия сәнәғәте өлкәһендә эшләгән, шулай уҡ бетон һәм тротуар плиткаһы етештереү менән шөғөлләнгән тағы дүрт компания «Алға» махсус иҡтисади зонаһының резиденттары булырға мөмкин. Потенциаль резиденттарҙың инвестиция портфеле 264 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге менән 7,8 миллиард һум кимәлендә баһалана, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Әлеге ваҡытта резиденттар менән һөйләшеүҙәр алып барыла. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙансыҡтарында инженер һәм транспорт инфраструктураһын әҙерләү буйынса эштәр бара.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.