Ҡурай
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Ике көн эсендә «Евразия йөрәге» фестиваленә 20 меңгә яҡын тамашасы килгән

Шишәмбе Өфөлә «Славян баҙары» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәре осрашты. Сараның икенсе көнөндә милли кейемдәрҙә донъялағы иң күмәк әйлән-бәйлән рекорды ҡуйылды.

Ике көн эсендә «Евразия йөрәге» фестиваленә 20 меңгә яҡын тамашасы килгәнИке көн эсендә «Евразия йөрәге» фестиваленә 20 меңгә яҡын тамашасы килгән
Ике көн эсендә «Евразия йөрәге» фестиваленә 20 меңгә яҡын тамашасы килгән

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы барышында ойошторолған «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә 20 меңгә яҡын тамашасы килгән.

Шишәмбе Өфөлә «Славян баҙары» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәре осрашты. Сараның икенсе көнөндә милли кейемдәрҙә донъялағы иң күмәк әйлән-бәйлән рекорды ҡуйылды.

- Статистикаға ярашлы, тәүге кистә ҡатнашыусылар (артистар) 250-нән күберәк, ә тамашасылар 5 меңгә яҡын ине. Икенсе көндө ҡатнашыусылар (артистар) 900-ләгән булһа, тамашасылар 15 меңдән ашып китте, - тине фестивалдең матбуғат секретары Ирина Захарова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 июндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Симфония төнөнә һәм «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалының «Ҙур опера» проектының гала-концертына саҡыра. Тура трансляцияларҙы Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм фестивалдең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

Автор:
Читайте нас