Ҡурай
+4 °С
Ясно

Башҡортостанда һыра һәм сидр һатыуға контроль көсәйтелде

Дәүләт яғынан ҡаты контроль республика баҙарына ялған хәмерҙе индереү юлдарын ябасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һыра һәм сидр һатыуға контроль көсәйтелдеБашҡортостанда һыра һәм сидр һатыуға контроль көсәйтелде
Башҡортостанда һыра һәм сидр һатыуға контроль көсәйтелде

Башҡортостанда һыра, сидр, бал һәм пуаре кеүек аҙ алкоголле продукцияны һатыуға контроль көсәйтелде. Республика Дәүләт Йыйылышы парламентарийҙары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

«Дәүләт яғынан ҡаты контроль республика баҙарына ялған хәмерҙе индереү юлдарын ябасаҡ, граждандарҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте кәметәсәк», - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

2023 йылдың 1 сентябренән махсус реестрҙа теркәлгән ойошмалар ғына ошондай эсемлектәр етештерегә хоҡуҡлы.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас