Ҡурай
+9 °С
Облачно

Өфөлә «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды

«Коминтерн» ир-егеттәр өсөн классик стилдәге костюмдар тегеүгә махсуслаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылдыӨфөлә «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды
Өфөлә «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды

Өфөлә Белоруссияның «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды. 

«Коминтерн» ир-егеттәр өсөн классик стилдәге костюмдар тегеүгә махсуслаша. Республика етәксеһе магазиндың ассортименты, компания продукцияһына хаҡтар менән танышты. Аралашыу ваҡытында Беларусь вәкилдәре үҙҙәренең компетенциялары һәм технологиялары менән уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне.

«Был хәҙерге шарттарҙа тиҙ генә эшләп, проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкин икәнен күрһәтә. Бер нисә ай элек предприятиеға сәфәребеҙ барышында Башҡортостанда магазин асырға тәҡдим иткәйнек. Шәп проект килеп сыҡты. Беларусь менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ йәһәтенән ошондай миҫалдар күберәк булырға тейеш. Эшегеҙгә уңайлы шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Уңышлы һатыуҙар теләйем. Хәйерле сәғәттә», - тине Радий Хәбиров магазинды асыу тантанаһында.

Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко Башҡортостан Башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев билдәләүенсә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында бында Белоруссия тауарҙары магазинын күреү бик ҡыуаныслы.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас