

«Әлеге ваҡытта Башпотребсоюздың ҡеүәтле етештереү базаһы бар, үҙ тауарҙарын әҙерләү һәм һатыу менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостанда кооперацияны үҫтереүҙең төп бурысы — ауыл хужалығы, емеш-еләк продукцияһын эшкәртеүҙе сифатлы, яңы дәрәжәгә күтәреү һәм Башҡортостан эсендә лә, унан ситтә лә тауар әйләнешендә лайыҡлы урын алыу. Белорус коллегаларыбыҙҙың был йүнәлештә яҡшы тәжрибәһе бар. Ике союзды берләштереү ике яҡ өсөн дә файҙалы булырына ышанам», — тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади ҡеүәтен нығытыу маҡсатында яҡтар араһында хеҙмәттәшлек итеү һәм стратегик хеҙмәттәшлекте нығытыу килешеүҙең предметы булып тора.
Был килешеү халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, уның тауар һәм хеҙмәттәргә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм эшкәртеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында яҡтарҙың ҡулланыусылар кооперацияһы потенциалын үҫтереүгә һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән.
Әлеге документҡа ярашлы яҡтар үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.