+27 °С
Облачно


Нефтекамала «Йәштәргә ярҙам итеү системаһын үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә йәштәр Һарайы бинаһын ремонтлай башланылар.
Коммуналь селтәрҙәрҙе алмаштырыу, концерт залын реконструкциялау, стеналарҙы нығытыу һәм фасадты яңыртыу буйынса эштәр тулы көсөнә бара. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 77 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Нефтекама ҡалаһының йәштәр эштәре буйынса комитеты Рәсәй федерацияһы субъекттарында йәштәр сәйәсәтен комплекслы үҫтереү программаларының «Йәштәр өсөн төбәк» бөтә рәсәй конкурсында еңеү яуланы.