Ҡурай
+19 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
16 Октября 2023, 10:11

Нефтекамала ғаиләләр аш һыу әҙерләүҙә ярышты

Нефтекама ҡалаһының 17-се мәктәбендә халыҡ-ара ашнаҡсылар көнөнә арналған «Ғаилә иртәнге аш серҙәре» конкурсы үтте.

Нефтекамала ғаиләләр аш һыу әҙерләүҙә ярыштыНефтекамала ғаиләләр аш һыу әҙерләүҙә ярышты
Нефтекамала ғаиләләр аш һыу әҙерләүҙә ярышты

Нефтекама ҡалаһының 17-се мәктәбендә халыҡ-ара ашнаҡсылар көнөнә арналған «Ғаилә иртәнге аш серҙәре» конкурсы үтте.

Командалар өс ҡатнашыусынан тора: бала, ата-әсә һәм ашнаҡсы. Конкурс шарттары буйынса командаларға командаға исем һәм девиз уйлап табырға, тәмләп ҡарау өҫтәле ойошторорға, жюри ағзаларына үҙҙәренең ризыҡтарын тәҡдим итергә кәрәк була. Конкурстың бөтә этаптарын да командалар бик яҡшы үтәй.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Вәлиевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Ғаиләгә профессиональ ашнаҡсы Любовь Степанова ярҙам итә.

Нефтекамала ғаиләләр аш һыу әҙерләүҙә ярышты
Нефтекамала ғаиләләр аш һыу әҙерләүҙә ярышты
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас