

Өфө фән һәм технологиялар университетының Нефтекама филиалы колледжы студенты Руслан Миңнуллин «Мәғлүмәт системалары һәм программалау» һөнәре буйынса «Презентация» номинацияһында бөтә рәсәй патриотик конкурсында еңеүсе булды.
Уның тикшеренеү эшенең темаһы «Ғалимдарҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө». Руслан беренсе дәрәжә еңеүсе дипломы менән бүләкләнә. Шулай уҡ беренсе дәрәжә дипломға уның остазы, ғилми эш етәксеһе, физика уҡытыусыһы Алһыу Ғиззәтуллина лайыҡ булды.
Студент үҙенең тикшеренеү эшендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында физиктарҙың уйлап табыуҙарының иң ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле мәлдәрен билдәләй.