Нефтекама ҡалаһының милли-мәҙәни берләшмәләр үҙәге «Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫын һәм потенциалын арттырыуға йүнәлтелгән Иң яҡшы тәжрибәләр» номинацияһында дәүләт милли сәйәсәте, халыҡтарҙың этномәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау конкурсында еңеүсе булды.
Конкурсҡа «Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө, әммә барыбыҙ ҙа тиң» этнопроекты тәҡдим ителде, Уның асылы - Нефтекама ҡалаһында йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу, мигранттарҙың ғаиләләрен яраҡлаштырыу. Был проект сиктәрендә ай һайын милли мәҙәниәттәр Үҙәгендә республикабыҙҙа йәшәгән милләттәрҙең мәҙәниәтенә һәм йолаларына арналған милли декадниктар үтә. Был практика эксперт жюри тарафынан иң яҡшыларҙың береһе тип таныла һәм конкурста еңеүсе була.