Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
8 Ноября 2023, 08:36

Нефтекамала яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Нефтекама ҡалаһының 14-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө «ПроШкола» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән концессия килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш тамамланғас, был мәктәп республиканың төньяҡ-көнбайышында ҙурлығы буйынса икенсе буласаҡ.

Нефтекамала яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итәНефтекамала яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Нефтекамала яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Нефтекама ҡалаһының 14-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө «ПроШкола» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән концессия килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш тамамланғас, был мәктәп республиканың төньяҡ-көнбайышында ҙурлығы буйынса икенсе буласаҡ.

Әлеге ваҡытта бинаның нигеҙен әҙерләү һәм тултырыу буйынса эштәр алып барыла. Төҙөүселәр нигеҙ һәм стеналар төҙөгәндә һаҙлыҡлылыҡ кеүек урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә ала. Бынан тыш, махсус технологиялар ҡулланыла.

Ә корпустарҙың береһендә кирбес һалыу бара. Бинаның яңы ҡаттары тиҙ һәм ышаныслы үҫә.

Ҡала хакимиәте төҙөлөштең бөтә этаптарын иғтибар менән күҙәтә һәм эштәрҙең сифатын контролдә тота.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты

Нефтекамала яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Нефтекамала яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас