+23 °С
Облачно


Нефтекама спортсылары еңел атлетика буйынса Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең асыҡ беренселегендә 16 беренсе, 15 икенсе һәм 15 өсөнсө урын яуланы.
Ярыштар Нефтекама ҡалаһында «Торос» стадионында үтте. Уларҙа Нефтекама, Дүртөйлө, Ағиҙел, Яңауыл, Краснокама һәм Ҡалтасы райондары спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Барлығы стартҡа 150-гә яҡын спортсы сыға.
Күп командаларҙа ҡатнашыусылар лайыҡлы спорт әҙерлеге күрһәтте. Нефтекама спортсылары 16 беренсе, 15 икенсе һәм 15 өсөнсө урын яуланы.