

Нефтекама ҡалаһында «Оло Урал ваҡыты Ритмдары» төбәк-ара балалар баль һәм эстрада бейеүҙәре ансамблдәре фестивале үтте. Быйыл фестиваль 18-се тапҡыр бейеү һөйөүселәрҙе йыйҙы.
Беренсе фестиваль 1993 йылда үтә. Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте балалар өсөн был сағыу һәм күләмле бейеү фестивален ойошторҙо.
«Бал бейеүе» номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Фламинго» спорт бейеүҙәре ансамбле гран-при яуланы.
«Эстрада бейеүе» номинацияһында Нефтекама ҡалаһының «Виктория» өлгөлө эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле гран-при яуланы.
Өфө ҡалаһынан «Эхо» бейеү оҫтаханаһы халыҡ коллективы Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығының махсус призына лайыҡ булды.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты