

Нефтекама машиналар эшләү колледжы студенты Елена Иванова урта һөнәри белем биреү студенттары араһында «Ҙур тәнәфес» финалында бер миллион һум алды.
Урта һөнәри белем биреү студенттары араһында «Ҙур тәнәфес» финалы 18-22 ноябрҙә Рәсәйҙең йәштәр баш ҡалаһы-2023-Түбәнге Новгородта үтте. Төрлө төбәктәрҙең колледж һәм техникумдарынан бөтәһе 600 бала миллион, 200 һәм 100 мең һумлыҡ бүләктәр өсөн көрәште.
Финалда студенттар кейс заданиеларын хәл итә, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрҙең исемдәре иғлан ителә. Студент Елена Иванова үҙенең ижади проекты менән сығыш яһаны, ул юғары баһа алды. Елена 1 миллион һум приз алды!