Конкурс барышында классик вокаль музыканы яңғыҙ башҡарыусылар һәм республиканың төрлө мөйөштәренән вокаль коллективтар үҙҙәренең талантын һәм оҫталығын күрһәтте.
Быйыл ҡатнашыуға республиканың төрлө мөйөштәренән - Туймазы, Нефтекама, Өфө, Октябрьский, Межгорье, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Шулай уҡ Баҡалы, Туймазы, Ҡалтасы , Ҡыйғы , Краснокама, Яңауыл райондарынан алтмыштан ашыу коллектив һәм солистар заявка биргән.
Ҡатнашыусыларҙы профессиональ жюри-Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары, башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре баһаланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса төрлө номинацияларҙа лауреаттар билдәләнде.