

Нефтекама ҡалаһында быйыл йәнә етем балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.
Владислав Соков, Гөлсәсәк Ғабдулхаҡова һәм Руслан Овчинников фатирҙарҙың бәхетле хужалары булды.
Фатирҙар махсус ошо маҡсатҡа бүленгән республика бюджеты аҡсаһына һатып алынған. 33 квадрат метр майҙанлы фатир-студиялар таҙа биҙәлгән һәм тулыһынса күсеп ултырырға әҙер.
2023 йылда республика бюджетынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн Нефтекамаға 35 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Был аҡсаға 14 фатир һатып алына, ә был планлаштырылғандан өс фатирға күберәк. Уларҙың туғыҙында өй туйлау билдәләнгән дә инде, ә йыл аҙағына тиклем тағы ла биш фатир үҙ хужаларын табасаҡ.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 183 нефтекамалы торлаҡ алыуға сиратта тора.