Урындағы яңылыҡтар
11 Января 2024, 09:25

Нефтекама футболсылары республика турнирында еңеү яуланы

Нефтекама ҡалаһынан «Кристалл-2013» футбол командаһы республика мәктәптәре араһында беренсе урын яуланы.

Нефтекама футболсылары республика турнирында еңеү яуланыНефтекама футболсылары республика турнирында еңеү яуланы
Нефтекама футболсылары республика турнирында еңеү яуланы

Нефтекама ҡалаһынан «Кристалл-2013» футбол командаһы республика мәктәптәре араһында беренсе урын яуланы.

«Кристалл-2013» футбол командаһы ҡаланың башҡорт гимназияһы командаһы составында «Мини-футбол-мәктәпкә» дөйөм Рәсәй проекты сиктәрендә дөйөм белем биреү ойошмалары араһында мини-футбол буйынса республика ярыштарының финал этабында ҡатнашты.

Ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәһендә балалар республика мәктәптәре араһында беренсе урын алды, хәҙер уларға Түбәнге Новгородта Волга буйы федераль округы уйындарында Башҡортостан намыҫын яҡларға тура киләсәк. Команданы тренерҙар Максим Хәбибрахманов һәм Илнар Сәлимов әҙерләгән.

Фото: «Кристалл» Футбол Клубы Нефтекама

Нефтекама футболсылары республика турнирында еңеү яуланы
Нефтекама футболсылары республика турнирында еңеү яуланы
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас