«Ярҙам поезы» акцияһы сиктәрендә Нефтекама ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса берҙәм консультациялар көнө үтте. Ҡабул итеүгә, нефтекаманан тыш, Ағиҙел ҡалаһы, Краснокама һәм Ҡалтасы райондары халҡы килде.
Белгестәргә йыш ҡына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итәләр. Улар юридик, медицина, психологик ярҙам алыуға ҡағыла, шулай уҡ халыҡ льготалар менән ҡыҙыҡһына, шул иҫәптән банк өлкәһендә лә. Бөтә мөрәжәғәттәргә лә киң консультациялар бирелде, һорауҙарҙың бер өлөшө эшкә алынды.
Шулай уҡ СВО ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн «Маҡсатлы аудиторияның киҫкен мәсьәләләрен, уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереү, анализ үткәреү» темаһына брифинг үтте.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты.