Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Ғинуар 2024, 14:30

Белем усаҡтарында медиастудия эшләй башланы

Һуңғы ике йылда Нефтекама мәктәптәре уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән мәктәпте инициативалы бюджетлау программаһында әүҙем ҡатнаша.

Белем усаҡтарында медиастудия эшләй башланы
Белем усаҡтарында медиастудия эшләй башланы

Һуңғы ике йылда Нефтекама мәктәптәре уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән мәктәпте инициативалы бюджетлау программаһында әүҙем ҡатнаша.

Ю ғ а р ы к л а с т а р уҡыусыларына проектты үҙҙәре булдырырға һәм мәктәп киң леген яҡшыртыу буйынса үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирелә. 13-сө мәктәптә, мәҫәлән, программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тауыш яҙҙырыу студияһы барлыҡҡа килгән.

— Мәктәптәге башланғыстарҙы бюджетлау — уҡыусыларҙы мәктәп мәсьәләләрен сисеүгә йүнәлтелгән яңы йүнәлеш, — ти Нефтекама ҡалаһының мәғариф идаралығы начальнигы Рөстәм Уразаев. — Әгәр ҙә үткән уҡыу йылында Нефтекама уҡыусылары мәктәп башланғыстарын бюджетлау сиктәрендә алты проект яҡлаһа, быйыл был һан 11гә етте... 13-сө мәктәп был конкурста еңеүселәрҙең береһе булды. Отолған грант ярҙамында бында «Волна 13» үҙ медиастудияһы эшләй башланы. Әгәр элек мәктәп радиоһы трансляцияһы булған мөмкинлектәр сигендә барһа, хәҙер радиотапшырыуҙар яңы, сифатлыраҡ кимәлгә сыға. Грант ярҙамында мәктәп ысын тауыш яҙҙырыу студияһы өсөн бик яҡшы заманса ҡорамалдар алды.

— Әлегә тиклем мәктәп э ф и р ҙ а р ы н б е ҙ я н ғ ы н һүндереүселәрҙең тауыш көсәйткестәре аша үткәрҙек. Хәҙер заманса тауыш ҡорамалдары  ярҙамында радиоэфирҙар үткәреп, мәктәп  яңылыҡтарын тапшырып ҡына ҡалмайбыҙ, шулай уҡ төрлө  программалар, байрамдар, йырҙар яҙҙыра алабыҙ, — т и п һөйләй радиотапшырыуҙар алып барыусы 9-сы класс уҡыусыһы Ростислав Крашенинников.

Башланғыстарҙы бюджетлау программаһында мәктәп башлап ҡатнаша. Быларҙың барыһына ла уҡыусылар ярҙамы менән ирешелгән. Медиастудия өсөн бүленгән мәктәп кабинетында тауышты изоляциялау, иҫкергән кабель һәм динамиктарҙы алмаштырыу буйынса ремонт башҡарылған. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға радиотапшырыуҙар һәм тауыш яҙҙырыуҙы ойоштороу өсөн махсус ҡорамалдар, компьютерҙар һәм күсермә яһау аппараты, студия өсөн мебель һатып алынған.

Проекттың дөйөм хаҡы 665 мең һумдан ашыу тәшкил итә, шуның 500 мең һумы – республика бюджетынан, бер өлөшө – ҡала бюджетынан, ҡалған суммаһы — Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары Л.Киршина, В.Белоглазовтың, ата-әсәләр һәм педагогтарҙың өлөшө.

Әмзә мәктәбендә иһә шахмат ҡунаҡ бүлмәһе асылған, ул мәктәп уҡыусылары өсөн бәләкәй инновация үҙәгенә әйләнгән, унда гигант шахматтар, стена шахматтары, бернисә өҫтәл шахматы һәм шашкаһы комплекттары, шулай уҡ шахмат уйнау күнекмәләрен өйрәнеү өсөн компьютер программалары һәм уңайлы мебель ҡаралған. Еңеүсе проекттар араһында 10-сы мәктәптең “Мәғариф үҙәге” ғилми лабораторияһыла бар, уның өсөн өҙлөкһөҙ туҡланыу агрегаты менән физика буйынса ҡорамалдар һатып алынған. Ҡорамал физиканың бөтә курсын үҙ эсенә алған 12 тема тик йыйылманы (комплектты) индергән. Бынан тыш, Нефтекаманың еңеүсе проекттары араһында университет алды кеүек уҡытыу форматын күҙ уңында тотҡандар ҙа бар. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән берлектәге бындай проект тиҙҙән 1-се гимназия базаһында тормошҡа ашырыласаҡ.

 

 

 

 

Белем усаҡтарында медиастудия эшләй башланы
Белем усаҡтарында медиастудия эшләй башланы
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас