-9 °С
Болотло
Үткән аҙнала ирекмәндәр Донецк халыҡ республикаһы Артемовск ҡалаһы территорияһында урынлашҡан госпиталгә гуманитар ылау әҙерләп оҙатты.
Госпиталдәге яҡшы шарттар пациенттарҙың һауығыуында ҙур роль уйнай. Шуға, ярҙам йыйғанда, беренсе кәрәк-яраҡ: матрас, юрған, түшәк әйберҙәренә һ.б. айырым иғтибар бирелде.
Штаб ирекмәндәре ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт белдерә. Ҡалтасылар яҡындары тураһындағы хәстәрлек буш һүҙҙәр түгел, ә аныҡ эштәр икәнлеген башҡарған эштәре менән иҫбатлай.