Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡалтасы уҡытыусылары иң яҡшы исеме өсөн көс һынаша

Быйыл “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында 5 уҡытыусы ҡатнашалар.

Ҡалтасы уҡытыусылары иң яҡшы исеме өсөн көс һынаша
Ҡалтасы уҡытыусылары иң яҡшы исеме өсөн көс һынаша

Районда “Йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсының муниципаль этабы бара. Мәғариф бүлегенән әйтеүҙәренсә, быйыл иң яҡшы исеме өсөн 5 уҡытыусы көс һынаша: Рәмилә Хәмзә ҡыҙы Арыҫланова, Краснохолм 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, Лиана Дмитриевна Парфенова, Күтәрем урта мәктәбе уҡытыусыһы, Анжела Вячеславовна Исламова, Краснохолм 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рузалия Феоктист ҡыҙы Хәйбуллина, Аҡтуған төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы һәм Рәйсә Шәүҡәт ҡыҙы Йосопова, Ҡалтасы 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Уҡытыусы-конкурсанттар ситтән үткән “Методик оҫтахана” конкурсында үҙҙәренең методик эшләнмәләрен тәҡдим иткән. Педагогик профессионализм, оҫталыҡтарын улар Ҡалтасының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрендә күрһәткән. Тағы ла бер оҫталыҡтарын улар киләһе этапта класс сәғәтендә күрһәтәсәк.

Жюри һәр этап буйынса балдар ҡуя, улар һуңынан конкурсанттың дөйөм рейтингына һәм урынын билдәләүгә йоғонто яһаясаҡ.

Автор:
Читайте нас: