Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әсәй, атай, мин-аш-һыу әҙерләүсе ғаилә

«Атай, әсәй, мин – кулинар ғаилә» конкурсы Нефтекама ҡалаһында үтте. Аш-һыу әҙерләүҙә ҡаланың төрлө мәктәптәренән алты команда ярышты.

Әсәй, атай, мин-аш-һыу әҙерләүсе ғаилә
Әсәй, атай, мин-аш-һыу әҙерләүсе ғаилә

«Атай, әсәй, мин – кулинар ғаилә» конкурсы Нефтекама ҡалаһында үтте. Аш-һыу әҙерләүҙә ҡаланың төрлө мәктәптәренән алты команда ярышты.

«Атай, әсәй, мин – кулинар ғаилә» конкурсы Нефтекама машиналар эшләү колледжының уҡыу лабораторияһында үтте. Унда ҡаланың төрлө мәктәптәренән алты команда, һәр командала өсәр ғаилә ағзаһы һәм туҡланыу операторҙарынан Бер ашнаҡсы – ООО «Гранд-питание» һәм ИП З.Өмүрбаева ҡатнашты.

Командалар ижади һәм практик заданиелар үтәй. Стартта һәр команда үҙе тураһында һөйләй: йолалары, туҡланыуға мөнәсәбәте, ғаилә ағзаларының мәнфәғәттәре. Төп өлөштә командаларға 90 минут эсендә комплекслы төшкө аш (салат, беренсе ризыҡ, икенсе ризыҡ һәм эсемлек) әҙерләргә кәрәк була. Жюри визит карточкаһының үҙенсәлеген һәм артистиклығын баһалай, ә төп өлөшөндә - ризыҡтарҙың биҙәлешен, тәм сифаттарын һәм балалар өсөн ризыҡтарҙың тап килеүен баһалай.

Һөҙөмтәлә беренсе урынды Белобородовтар ғаиләһе (7 - се мәктәп), икенсе урынды Дәүләтбаевтар ғаиләһе (14-се мәктәп) һәм Беляевтар ғаиләһе (Әмзә ауылы мәктәбе) бүлеште, өсөнсө урынды Ғилметдиновтар ғаиләһе (2-се мәктәп) яуланы. Конкурс лауреаттары - Зариповтар ғаиләһе (10 - сы мәктәп) һәм Әхмәтйәновтар ғаиләһе (Полилингваль күп профилле мәктәп-интернат).

 

Әсәй, атай, мин-аш-һыу әҙерләүсе ғаилә
Әсәй, атай, мин-аш-һыу әҙерләүсе ғаилә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: