Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Февраль , 10:48

Нефтекама ашнаҡсылары - «Рәсәй» күргәҙмә-форумында

Нефтекама туҡланыу операторы ИП Өмүрбаева ашнаҡсылары Ирина Хәйруллина Һәм Ирина Юзаева «Рәсәй»халыҡ-ара күргәҙмә-форумында оҫталыҡ дәресе һәм дегустация үткәрҙе.

«Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында «Башҡортостан Республикаһының сауҙа көндәре» үтте. Башҡортостан Республикаһының социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы, «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар һәм призерҙар башҡорт милли ризыҡтарын (ҡош менән урья, табикмак, сәк-сәк) әҙерләү буйынса «Мәктәп туҡланыуында милли традициялар» оҫталыҡ дәресе һәм дегустация үткәрҙе.

Оҫталыҡ дәресен нефтекаманың туҡланыу операторы ИП Өмүрбаева  ашнаҡсылары Ирина Хәйруллина һәм Ирина Юзаева үткәрҙе, улар ҙа «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» бөтә рәсәй конкурсы призерҙары иҫәбенә инә.

Тамашасыларға конкурстар һәм викториналар айырыуса оҡшаны, улар өсөн Башҡортостан етештереүселәренән тәмле бүләктәр - аҙыҡ-түлек алынды.

Нефтекама ашнаҡсылары - «Рәсәй» күргәҙмә-форумында
Нефтекама ашнаҡсылары - «Рәсәй» күргәҙмә-форумында
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: