+2 °С
Ҡар
Нефтекама ҡалалары уҡыусылары химия буйынса бөтә рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбенә инде.
Химия буйынса Республика юниорҙар олимпиадаһында Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы командаһы туғыҙынсы һәм унынсы кластар араһында ике еңеү яуланы. Шулай уҡ лицейҙың ике һигеҙенсе класс уҡыусыһы химия буйынса Республика юниорҙар олимпиадаһы призерҙары булды.
Олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын команданың остазы Ирина Мәхмүтова әҙерләй.