+6 °С
Болотло
Комплекс төҙөлөшө тулы көсөнә бара, бөтә тышҡы эштәр башҡарылған, тышҡы коммуникациялар бинаға килтерелгән. Әле биҙәү эштәре башлана. Объект 82 процентҡа әҙер.
Нефтекама мэры Эльдар Вәлидов объектҡа барҙы һәм төҙөлөш барышын ҡараны.
Апрель-майҙа сафҡа индереү-көйләү эштәре үткәреләсәк, һәм 1 сентябрҙә яңы объектҡа теләгән һәр кем килә аласаҡ.
Нефтекамалағы «Амфибия» спорт комплексы ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының әүҙем ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү урыны буласаҡ.
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты