+2 °С
Ҡар
Нефтекама ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 50 йыл элек ғаилә ҡорған биш ғаиләне хөрмәтләү тантанаһы үтте.
Ғаилә тормошоноң юбилярҙарын хөрмәтләү йолаһы Нефтекамала 2003 йылда барлыҡҡа килә. Был осорҙа нефтекамала йәшәүсе мең ярымдан ашыу пар ҡотлау алды. Һәр ғаиләнең тарихы үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта бөтә көслө ғаиләләрҙе яҡындарына һөйөү берләштерә.
Ветерандарҙы ҡотлап, хакимиәт башлығы Эльдар Вәлидов республика башлығы Радий Хәбировтан ҡотлауҙар һәм бүләктәр тапшырҙы.