Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Февраль , 10:14

«Робофест» бронзаһы - Нефтекама уҡыусыларында

Стәрлетамаҡ ҡалаһында робототехника буйынса «РобоФест-2024» республика ярыштары үтте. Кибер ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама ҡалаһы технопаркының «Робототехника» берекмәһе командаһы «РобоКарусель» йүнәлешендә өсөнсө урынды алды.

Фестиваль Башҡортостан республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында үтте һәм балалар һәм йәштәр араһында фәнни-техник ижадты популярлаштырыуға һәм инженер һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелде.

Фестивалгә Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан 8-30 йәшлек ике йөҙҙән ашыу конкурсант йыйылды.

Ҡатнашыусыларҙың ҡулдары менән эшләнгән роботтар төрлө йүнәлештәрҙә ярыша. Кибер ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама ҡалаһы технопаркының «Робототехника» берекмәһе командаһы Әмир Сәхәбиев һәм Богдан Савиндар составында «РобоКарусель» йүнәлешендә почетлы өсөнсө урынды яулай.

«Робофест» бронзаһы - Нефтекама уҡыусыларында
«Робофест» бронзаһы - Нефтекама уҡыусыларында
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: