Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Февраль , 13:05

Нефтекамала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте

Нефтекамала Рәсәйҙә Ғаилә йылы сиктәрендә ойошторолған, шулай уҡ «Етегэн» республика башҡорт байрамына – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте.

Конкурсты ойоштороусылар - БР мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР халыҡтар дуҫлығы йорто.

Яңауыл, Илеш, Дүртөйлө, Краснокама райондарынан, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларынан муниципаль этап еңеүселәре ҡатнашты.

Жюри ижади сығыштарҙы, ниәтте тормошҡа ашырыу сараларының уйлап табыусанлығын һәм стандарт булмауын, программаның музыкаль биҙәлеше сифатын, туған телде белеүен һәм үҙенең шәжәрәһен белеүен баһаланы. Номинацияларҙа еңеүселәр: «Ғаилә ижады» - Ҡарасуриндар ғаиләһе (Нефтекама ҡалаһы); «Ғаилә кәсебе» - Байморатовтар ғаиләһе (Дүртөйлө районы); «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» — Ягудиндар ғаиләһе (Нефтекама ҡалаһы).

Еңеүселәр конкурстың республика этабында сығыш яһаясаҡ.

Нефтекамала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте
Нефтекамала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: