Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Февраль , 15:17

Нефтекамала туған телендә бик яҡшы һөйләшкән ғаилә һайланды

Нефтекама ҡалаһының коррекция мәктәп-интернатында «Минең ғаиләм туған телендә һөйләшә» Республика фестиваленең зона этабы үтте. Бында Илеш, Ҡалтасы, Яңауыл райондарынан, Бөрө һәм Нефтекама ҡалаларынан иң яҡшы ғаиләләр сығыш яһаны.

Ғаиләләр төрлө телдәрҙә сығыш яһай: рус, татар, мари, удмурт телдәрендә. Бик яҡшы һәм матур номерҙар тәҡдим иттеләр. Бигерәк тә балаларҙың туған телдәрендә һөйләшеүе ҡыуандырҙы. Һәм һөйләү генә түгел, йырлау ҙа, бейеү ҙә, шиғырҙар ҙа уҡый!

Жюри ағзаларына ҡатнашыусылар араһында еңеүсене һайлау бик ауыр була. Бөтә ғаиләләр ҙә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булды, шуға күрә улар төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы һәм, әлбиттә, бүләктәр алды. Ә төньяҡ-көнбайыш зонаны Республика конкурсында Бөрө ҡалаһы күрһәтәсәк.

Нефтекамала туған телендә бик яҡшы һөйләшкән ғаилә һайланды
Нефтекамала туған телендә бик яҡшы һөйләшкән ғаилә һайланды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас: