Ҡурай
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Урындағы яңылыҡтар
29 Февраля 2024, 10:41

Нефтекамала мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләһен ҡаранылар

Нефтекамала туҡланыуҙа индивидуаль ҡараш талап иткән белем биреү ойошмаларының уҡыусыларын һәм тәрбиәләнеүселәрен туҡландырыуҙы ойоштороу темаһына зона семинар-кәңәшмәһе үтте.

Нефтекамала мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләһен  ҡараныларНефтекамала мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләһен  ҡаранылар
Нефтекамала мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләһен ҡаранылар

Нефтекамала туҡланыуҙа индивидуаль ҡараш талап иткән белем биреү ойошмаларының уҡыусыларын һәм тәрбиәләнеүселәрен туҡландырыуҙы ойоштороу темаһына зона семинар-кәңәшмәһе үтте.

Сара киң күргәҙмә менән асылды, унда ойоштороусылар махсус туҡланыу өсөн продукция, йәшелсәләрҙән вакуум ярымфабрикаттары, фреш-коктейлдәр, альтернатив меню ризыҡтары һәм милли ризыҡтар тәҡдим итте. Күргәҙмәлә балалар ҙа ҡатнашты, улар уҡыусы тормошонда дөрөҫ, төрлө туҡланыуҙың әһәмиәте тураһында ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте. Нефтекама күп профилле колледжы студенттары үҙҙәре етештергән ризыҡтар менән таныштырҙы.

Семинарҙа ҡатнашыусылар шәкәр диабеты, фенилкетонурия, аҙыҡ аллергияһы һәм аутизм спектры боҙолоуы менән сирләгән балаларҙың мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ ауырыуҙарҙан яфаланған, туҡланыуҙа сикләүҙәр менән оҙатылған балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороуҙа санитар ҡануниәтте үтәүгә ҡағылды. Бынан тыш, ҡатнашыусылар яңыраҡ ҡала мәктәптәрендә асылған экобуфеттарҙың эше менән танышты.

Семинар-кәңәшмә ООО «Гранд-питание» һәм ИП З.Өмүрбаева етештереү цехтарына экскурсия менән тамамланды – семинарҙа ҡатнашыусылар йәшелсә һаҡлағыста, икмәкханала һәм балалар өсөн ярымфабрикаттар етештереү буйынса әҙерләү цехында булды.

 

Нефтекамала мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләһен  ҡаранылар
Нефтекамала мәктәп туҡланыуын ойоштороу мәсьәләһен ҡаранылар
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас